Мөғжизәле шишмәләрРеспубликала, илебеҙҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә киң танылыу яулаған “Красноусол”дың тарихы алыҫ 1924 йылда башлана. Тап шул осорҙа БАССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау буйынса халыҡ комиссариаты шифалы үҙенсәлектәре менән билдәлелек яулаған Усолка шишмәләренә табип, ике шәфҡәт туташы һәм ашнаҡсы ебәрә. Был мәлдә бында завод эшселәренең көсө менән 30 ауырыу йәшәрлек һәм дауаланырлыҡ бер нисә йәйге өй төҙөлгән була. Һыу һәм шифалы батҡаҡ менән дауалау саралары иһә элекке бәләкәй сиркәүҙә үткәрелгән.
Бер йылдан шифахана ял итергә теләгәндәрҙе икеләтә күберәк ҡабул итә, ванна бүлексәһе, ашхана һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн дөйөм ятаҡ асыла. Шул арала ғалим-табиптар ҙа урындағы шифалы факторҙар менән ҡыҙыҡһына башлай. 1929 йылда профессор Вахрушевтың “Башҡортостандың минераль һыуҙары һәм батҡаҡтары” (“Минеральные воды и грязи Башкирии”) тигән китабы сыҡҡас, шифахана геологтарҙың, гидрологтарҙың, курортологтарҙың да иғтибарын йәлеп итә. Был хеҙмәтендә автор “майға оҡшаш ҡара батҡаҡ”ты геология күҙлегенән ентекле һүрәтләй.
Шифаханала Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында йәрәхәт алған инвалидтар һаулығын нығыта. Уларҙы дауалау һөҙөмтәләре белгестәрҙе таң ҡалдыра: егерме-утыҙ көн үтеүгә, бындай пациенттарҙың яралары тулыһынса уңала. Һуғыштан һуң Красноусолдың минераль һыулы шишмәләрен һәм батҡағын хеҙмәтсәндәрҙе тергеҙеү, һауыҡтырыу өсөн әүҙем файҙаланырға ҡарар ителә.
Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов шифахананың матди-техник базаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. 1998 йылда “Красноусол” курорты төҙөлөшөн яҡшыртыу һәм уны төҙөкләндереү буйынса тәү сираттағы саралар планы” тураһындағы Указ һаулыҡ йортона киң мөмкинлектәр аса. Ул әүҙем үҫә, төҙөлә, реконструкциялана башлай. Һуңыраҡ “республикалағы шифахана-курорт системаһын камиллаштырыу һәм халыҡтың сәләмәтлеген нығытыуға, курорттың тәбиғи дауалау факторҙарын һөҙөмтәле файҙаланыуға ихтыяжын тулыраҡ ҡәнәғәтләндереү өсөн” 2005 йылға тиклем “Красноусол”ды үҫтереү концепцияһы төҙөлә һәм 2010 йылға тиклем үҫеш буйынса комплекслы программа ҡабул ителә. Ошо документтар ярҙамында шифахана бөгөнгөләй ҡеүәтле матди-техник базаға һәм һөҙөмтәле реабилитациялау алымдарына эйә булған, Башҡортостан ғына түгел, илебеҙҙең башҡа төбәктәре халҡы ла яратҡан, тотороҡло үҫкән, заманса, күркәм курортҡа әүерелде.
Тере һыу“Бәхетле булыу өсөн сәләмәт булырға кәрәк” – “Красноусол”дың да, унда килгәндәрҙең дә девизы шундай. Ял итеп, тынысланып, тәбиғәттән йән һәм тән сихәте алып, ошо төбәктә мөмкин тиклем оҙағыраҡ ҡалғы килә.
Үҙенсәлекле һаулыҡ йортоноң төп дауалау факторҙары – һыу һәм батҡаҡ. Красноусол шишмәләре әкиәттәгеләй тере һыулы. Бындағы сығанаҡтар тауҙарҙан ағып сыға. Тимәк, эсәр һыу бюветына ул, башланғыс химик составын үҙгәртмәйенсә, тәүге тәбиғи хәлендә килә. Красноусол һыуының донъя эксперттары тарафынан, башҡорт балы, Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм башҡа милли байлыҡ-ҡиммәттәребеҙ менән бер рәттән, Башҡортостандағы ете мөғжизәнең береһе тип танылыуы осраҡлы түгел. Урындағы батҡаҡ кеүек үк, ул да составы һәм шифалы үҙенсәлектәре буйынса Рәсәйҙәге төп курорттарҙыҡына оҡшаш. Белгестәрҙең тикшеренеүҙәренән күренеүенсә, был һыу Ессентукиҙағы һәм Тула өлкәһендәге боронғо шифахана Краинкалағы шифалы шишмәләрҙең, шулай уҡ ванналар өсөн Мацеста һәм Иҫке Русса кеүек көкөртлө водородҡа бай һыуҙарҙың сихәтен берләштерә. Башҡортостан шифаханаһындағы батҡаҡ Кавказдың минераллы Тамбукан күлендәгенән һис ҡалышмай.
Һыу ҙа, батҡаҡ та шифахана ҡунаҡтарының һаулығын нығытыу өсөн әүҙем файҙаланыла. Бында ашҡаҙан-эсәк, терәк-хәрәкәт ағзалары, нервы системаһы ауырыуҙарын, матдәләр алмашыныуы, тире, тын алыу һәм бәүел-енес ағзалары сирҙәрен дауалайҙар.
Шуныһы мөһим: дауалау йүнәлештәре, төрҙәре бик күп булһа ла, курорт белгестәре ял итергә килгән һәр кеше менән айырым мөғәмәлә итә, һаулыҡ торошона, диагнозға һәм ял ваҡытына ҡарап, шәхси реабилитация программаһы төҙөй. Элек шифаханаларҙа теүәл 24 көн ял итә торғайнылар. Хәҙер иһә кешеләр бөтмәҫ мәшәҡәттәрен ҡыйынлыҡ менән ситкә ҡуйып, аҙна-ун көнгә һаулығын нығытырға килә. “Красноусол”да ҡыҫҡа ваҡыт эсендә лә ял итеүселәр дауаланып, һаулығын нығытып сыға. Бында бер тапҡыр булған кеше киләсәктә лә кире ҡайта. Күптәр яҡындары, дуҫтары менән һаулыҡ йортона, үҙҙәре ышанған табиптарға тағы ла килә.
– Шифахана бай дауалау-диагностика базаһына эйә. Ҡунаҡтарға курортологияның һуңғы асыштарына ярашлы йыһазландырылған заманса биналарҙа һәм уңайлы шарттарҙа 200-гә яҡын медицина хеҙмәте тәҡдим ителә, – ти курорт директоры, медицина фәндәре докторы Фаяз Мәжитов. – Әлегә тиклем байтаҡ эш башҡарылды, әммә беҙ бер урында туҡталып ҡалмайбыҙ, дауалау ғәмәлдәре исемлеген дә, ял итеүселәрҙең һаулығын тикшереү ысулдарын да даими камиллаштырабыҙ, ял шарттарын яҡшыртабыҙ. Шифахана биләмәһендә “Флагман” бизнес үҙәге ишектәрен асты. Унда республика һәм федераль кимәлдәге конференциялар уҙғарыласаҡ.
Шифаханала, тергеҙеү медицинаһы ғәмәле менән бер рәттән, ғилми тикшеренеүҙәр ҙә әүҙем үҫтерелә. Табиптар Башҡорт дәүләт медицина университеты ғалимдары менән дауалауҙы камиллаштырыу, һауыҡтырыуҙың өр-яңы һөҙөмтәле системаларын ғәмәлгә индереү, хеҙмәткәрҙәрҙең белемен үҫтереү буйынса әүҙем эш алып бара. “Красноусол” табиптарының фәнни мәҡәләләре Рәсәй һәм республика махсус баҫмаларында йыш донъя күрә.
Һауыҡтыралар ҙа, йәшәртәләр ҙәҠағиҙә булараҡ, ваҡыт тығыҙлығын, хәҙерге заман кешеһенең етди, талапсан ихтыяждарын иҫәпкә алып, “Красноусол”да һауыҡтырыу базаһы менән бер рәттән косметология хеҙмәттәре лә әүҙем үҫтерелә.
– “Эстет” косметология бүлеге кешенең тышҡы йөҙөн матурлауҙа, тәбиғи күркәмлеген һаҡлап ҡалыуҙа, шулай уҡ тергеҙеүҙә махсуслашҡан. Бүлек Италияла һәм Германияла етештерелгән заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, – ти Фаяз Мәжитов. – Унда аппаратлы һәм дауалау косметологияһы кабинеттары, бит тиреһен йәшәртеүҙең хирургияға ҡарамаған алымдары, инвазив булмаған мезотерапия, диатермокоагуляция ярҙамында хәүефһеҙ шеште бөтөрөү, лазер ярҙамында дауалау, маникюр, педикюр, парафинотерапия кеүек хеҙмәттәр күрһәтелә.
Шифахана республикала беренсе булып донъя стандарттарына ярашлы SPA комплексы төҙөнө. Бөгөн “Самрау” SPA үҙәге ҡыҙыу быу яратҡандарға байтаҡ хеҙмәт тәҡдим итә. Улар иҫәбендә – традицион рус һәм фин мунсалары, төрөк хамамы, япон фуракоһы, Калдариум аромасаунаһы. Массаж төрҙәре генә лә бер нисә – бамбук таяҡсалары ярҙамында яһалған креол массажы, һинд широдхараһы, аяҡ табаны һәм ҡул суғы өсөн япон, табандар өсөн ҡытай массажы, тай ойл-массажы, көсөргәнешкә ҡаршы бирма экспресс-массажы һәм ҡарабойҙай менән бал ҡушып яһалған рус массажы. SPA-капсула, гидропроцедуралар, төрөүҙәр, стоун-терапия һәм башҡа мөмкинлектәр ял итеүселәргә йәшлеген һәм сәләмәтлеген кире ҡайтара.
Тән сихәте биреп кенә ҡалмайҙарДауалау процедуралары – “Красноусол”да күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең бер өлөшө генә. Был ғәмәлдәрҙән һуң ял итеүселәр төҙөк корпустарҙағы уңайлы бүлмәләргә ҡайта. Шифаханала ун корпус бар. Курорт бер үк ваҡытта 500-ҙән ашыу кешене ҡабул итә ала. Ҡунаҡтар үҙенең зауығына, теләктәренә ярашлы, бүлмәне һайлау мөмкинлегенә эйә: стандарт, ярым люкс һәм люкс номерҙар тәҡдим ителә. Уларҙа уңайлы йыһаз, телефон, сейф, һыуытҡыс, электрон йоҙаҡ, Wi-Fi, шәхси гигиена әйберҙәре, хатта урындағы телевидение бар.
Күптән түгел генә “бөтәһе лә индерелгән” системаһы буйынса эшләгән сит ил курортынан ҡайтҡан танышым туҡланыу тураһында һүҙ сыҡҡас: “Был һеҙгә “Красноусол” түгел инде, йәшелсә генә ашаталар, уныһынан да пластик тәме килә”, – тип ҡәнәғәтһеҙлек менән яуаплағайны. Шифаханала туҡланыу сифатына айырым иғтибар бирелә. Күптән инде һынау үткән урындағы етештереүселәрҙән экологик яҡтан таҙа, тәбиғи продукттарҙы ғына һатып алалар, аҙыҡ әҙерләгәндә заманса һәм алдынғы технологиялар ҡулланыла. Ял итеүселәр үҙҙәре теләгәнсә йәки диетолог менән кәңәшләшеп меню төҙөй ала. Ә квалификациялы ашнаҡсылар иһә бөтә оҫталығын һалып әҙерләгән телеңде йоторлоҡ итле ашамлыҡтарҙан, тәмле ҡамыр ризыҡтарынан һәм эсемлектәрҙән тыш, йәшелсә, емеш-еләк һәм мотлаҡ башҡорт балы тәҡдим итә.
Кистәрен саф һауала ял итергә теләгәндәргә шифахана биләмәһендә кәмә һәм катамарандар прокатҡа бирелә, “Өйрәк күле” кафеһы, Усолка йылғаһы ярында бәләкәй генә ресторан бар. Магазиндар, прокат пункты, кер йыуыу бинаһы, мунса, банк һәм почта бүлексәләре, дарыухана, гәзит киоскы, һаҡ аҫтындағы өс автомобиль ҡуйыу урыны, пляж, һауыҡтырыу комплексы, теннис корты, бәләкәй гольф майҙансығы һәм башҡалар эшләй. Ғөмүмән, бында кешеләр һаулығын нығытһын, көс-ҡеүәт туплаһын, рәхәтләнеп ял итһен, үҙҙәрен өйҙәгеләй тойһон өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған.
Йыһан кимәлендәРәсәй космонавтарының сәләмәтлеген нығытыуға “Красноусол”дың һайланыуы шифаханаға иң юғары баһа булғандыр, моғайын. Республика Хөкүмәте менән Гагарин исемендәге Рәсәй дәүләт космонавтар әҙерләү ғилми-тикшеренеү һынау үҙәге араһындағы килешеү буйынса тап ошонда осоштан һуң космонавтар ял итә, һаулыҡтарын тергеҙә. Тимәк, Йыһанды үҙләштереүҙә лә Башҡортостан шифаханаһының кескәй генә булһа ла өлөшө бар. Космонавтарҙы дауалауҙағы һәм реабилитациялауҙағы хеҙмәттәре өсөн “Красноусол” шифаханаһы коллективы – Рәсәй Космонавтика федерацияһының Почет грамотаһына, ә һаулыҡ йорто директоры Фаяз Харис улы Мәжитов Ю.А. Гагарин исемендәге миҙалға лайыҡ булды.
Эш белгәнгә – уңыш юлдашРәсәйҙә күптәрҙең яратҡан шифаханаһы быйыл 95 йыллығын билдәләй. Был осраҡта йәш күркәмлек, олпатлыҡ ҡына өҫтәй. Курорт хеҙмәтенә ихтыяж ҙур, халыҡ ҙур теләк менән ял итергә килә, көс-ҡеүәт тә етерлек, шуға күрә шифахана киләсәккә ҙур пландар менән йәшәй.
– 2019 – 2025 йылдарға иҫәпләнгән “Красноусол” шифаханаһын үҫтереү планы төҙөлдө. Унда дәүләт-шәхси партнерлығы алымдарын файҙаланып, курортты үҫтереүгә өр-яңы ҡараш тәҡдим ителә, – ти “Красноусол” етәксеһе. – Беҙҙең маҡсат – шифахананы үҙебеҙҙә һәм сит илдәрҙә етештерелгән өр-яңы технологияларҙы һәм ҡаҙаныштарҙы файҙаланып, батҡаҡ, климат шарттары менән дауалауҙың берҙәм комплекслы системаһына әүерелдереү, халыҡ-ара стандарттарҙы иҫәпкә алып, тулы ял өсөн сифатлы хеҙмәт күрһәтеү.
Тиҙҙән шифахана биләмәһендә курорт тибындағы пансионаттар, ҙур ял комплекстары: аквапарктар, күңел асыу һәм спорт-һауыҡтырыу үҙәктәре, бүтән объекттар барлыҡҡа киләсәк.
Тәғәйен осорға “Красноусол”дың үҫеш планы яңы торлаҡ корпустар һәм инфраструктура биналарын төҙөүҙе, спорт-һауыҡтырыу, мәҙәни-тамаша һәм ҡунаҡхана-сауҙа үҙәктәре асыуҙы, һауыҡтырыуҙың заманса технологияларын ғәмәлгә индереүҙе, ландшафт архитектураһын һәм йәшелләндереүҙе, минераль һыуҙың яңы ятҡылыҡтарын эҙләүҙе, курорттағы тәбиғи сығанаҡтарҙы һаҡлауҙы, минераль һыулы шишмәләрҙең тирә-яғын төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тота.
Һаулыҡ йортондағы урындар һанын 845-кә арттырыу республикабыҙға Рәсәйҙән генә түгел, сит илдәрҙән дә туристарҙы күпләп йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк. Бында шулай уҡ 600-ҙән ашыу яңы эш урыны булдырыу планлаштырыла, республика һәм федераль бюджетҡа һалым кереме лә артасаҡ. Тимәк, айырым шифахананы үҫтереү тотош республикаға файҙа килтерәсәк.
Иң мөһиме“Красноусол”дың ҡаҙаныштары араһында юғары наградалар бик күп. Төрлө йылдарҙа “Шифахана” Бөтә Рәсәй форумында ул бер нисә тапҡыр (2006, 2008, 2012, 2014 йылдарҙа) “Рәсәйҙең иң яҡшы курорты” тип танылды. Шулай уҡ тәбиғи дауалау факторҙарын файҙаланған, биләмәне зауыҡ менән биҙәгән, һауыҡтырыусы һәм дауалаусы туҡланыуҙы ойошторған, мәғлүмәт һәм эстетик медицина технологияларын, иң яҡшы SPA-технологияларҙы ғәмәлгә индергән һәм башҡалар өсөн алтын миҙалдарға лайыҡ булды. Шифахана быйыл да юғары статусын раҫланы. Бөтә Рәсәй форумы тарихында “Красноусол” 30 миҙал (28 алтын һәм ике көмөш) яуланы. Ул бер нисә тапҡыр “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” республика конкурсында еңеп сыҡты һәм “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” Бөтә Рәсәй конкурсында лауреаты исеменә лайыҡ булды. Шәхси уңыштар ҙа байтаҡ: “Шифахана” форумында курорт директоры Фаяз Мәжитов дүрт тапҡыр, шул иҫәптән быйыл да иң яҡшы етәксе тип танылды.
Республикала тәүгеләрҙән булып “Красноусол” шифахана-курорт сертификацияһының милли системаһында “Премиум” класлы юғары сифат сертификатын алды. Уны биргәндә курорттың тәбиғи дауалау факторҙары, медицина базаһы, персоналдың квалификацияһы, туҡланыу һәм ял итеү шарттары, сервис, инфраструктура һәм башҡа күрһәткестәр иҫәпкә алынды.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/auly-m-b-khet-ile-/