Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
19 Декабрь 2019, 06:30
Уғры-уҡытыусы...
Баш ҡаланың Дим районында хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре кеҫә телефоны урлауҙа ғәйепләнеүсе 44 йәшлек бер ҡатынды тотҡандар.Ул райондың йәш үҫмерҙәр клубтарының береһендә социаль педагог булып эшләгән. Хоҡуҡ һаҡлау органдарынан белдереүҙәренсә, ханым банкоматта кемдер ҡалдырып киткән кеҫә телефонына айыу майы һөртә, хужаһын эҙләп табыу урынына, уны үҙләштерә.
Аҡса яратҡан педагог телефонды ломбардҡа тапшыра һәм аҡсаһын кеҫәһенә һала. Полиция хеҙмәткәрҙәре уғрының эҙенә тиҙ арала төшә. Уны тотҡанда ул ҡаршылыҡ күрһәтмәгән һәм барыһын да һөйләп биргән. Хәҙер педагог өй һағында.
Телефонһыҙ бер көн түгел, хатта бер минут та йәшәп булмай, заманаһы шулай бит, ә күптәребеҙ бындай табышҡа йыш осрап тора, шуға ла юғалған йәки табылған кеҫә телефондарын хужаһына тапшырыу, минеңсә, кешелеклерәктер ул...
Автор: Самат Ғәлин
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/U-ri-u-itiusi-41722/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"