Новости
19 Декабрь 2019, 07:30

Республика парламенты көҙгө сессияһын тамамлай

Был минуттарҙа Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа быйылғы һуңғы пленар ултырыш башланып тора. Көн тәртибенә 40-ҡа яҡын мәсьәлә сығарылған.

Мәҫәлән, бөгөн Яңы йыл каникулдарында иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы сикләү тураһында закон проекты тикшерелә. Шулай уҡ киләһе йылға бюджет ҡарала. Депутаттар Миңлеғәли Шайморатов һәм Григорий Аксаков ордендарының статусын раҫлай. Шайморатов ордены кеше ҡотҡарыуҙа, хәрби, гражданлыҡ, хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡ өсөн бирелә. Аксаков ордены дәүләт, йәмәғәт, хәйриә эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштар өсөн тапшырыла.
  • Әлфиә Хәмитова
  • Читайте нас