“Тәбиғәт” һунарсылыҡ хужалығы шәхси ойошмаһы директоры Анатолий Сорокин фекеренсә, һунарсылар төркөмө мышыны ауылдан километр ярым алыҫлыҡта ата, әммә яраланған йәнлек уларҙан ҡаса башлай. Әлегә билдәһеҙ кешеләр меҫкен йәнлекте Үҙәк урамда урынлашҡан йорт эргәһендә ҡыуып етеп, атып үлтерәләр һәм табыштарын алып күҙҙән юғалалар.