Новости
19 Декабрь 2019, 06:15

Бер туған ағаһын сәнсеп үлтерә...

Ишембай районынан 22 йәшлек егет бер туған ағаһына бысаҡ менән ташланып, уны сәнсеп үлтерә. Әле был хәл буйынса тикшереү бара, уның сәбәптәре асыҡлана. Егет ҡулға алынған.

Асыҡланыуынса, 17 декабрь кис ауыл халҡы 23 йәшлек егеттең кәүҙәһен уның йортонда таба. Уға шул көндә 22 йәшлек бер туған ҡустыһы ҡунаҡҡа килгән була. Туғандарҙың осрашыуы иҫерткес эсемлектәрһеҙ үтмәй, өҫтәл спиртлы һыйҙан һығылып тора. Аҙаҡ ни сәбәптәндер улар араһында ғауға сыға. 22 йәшлек егет ҡапыл ҡулына бысаҡ алып, ағаһына күп тапҡыр ҡаҙай. Шулай үлтергәнсе сәнскеләй...
Шаһиттар белдереүенсә, һәләк булған егеттең кәүҙәһе иләк хәленә ингән. Ағай кеше ауыр йәрәхәттәрҙән урында уҡ йән биргән.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас