

Омск ҡалаһындағы хәл ил халҡын шаҡ ҡаттырҙы - үгәй атай баланы ысын мәғәнәһендә язалаған, ә әсә кеше (уны әсә тип әйтергә тел дә әйләнмәй) был хәлде ситтән тыныс ҡына күҙәткән.
Ир малайҙы төрлө ғәйеп табып туҡмаған, башын стенаға ҡуша бәргән һәм 8-9 сәғәт буйы ҡарабойҙай ярмаһында тубыҡланып торорға мәжбүр иткән. Үҙе һәм әсәһе ятып йоҡлаған, ә бала, ҡымшанырға ла ҡурҡып, ярма өҫтөндә үҙәккә үтерлек ауыртыуҙы түҙеп торған. Баланы күҙәтеү өсөн өлкәндәр видеоны тоҡандырып ҡуйған. Бөгөн был яҙмаларҙы суд тикшерә.
Берҙән-бер көндө малай күршеһенә ғаиләһендәге "тәрбиә ысулдары" хаҡында һөйләй. Күрше баланың ни өсөн һәр саҡ лейкопластырь менән йөрөгәнен аңлай һәм полицияға хәбәр итә. Бәләкәсте иң беренсе тикшергән шәфҡәт туташы, 40 йыл эшләү дәүеремдә бындай яраларҙы тәүге тапҡыр күрәм, ти. Ярма тирегә тәрәнгә үтеп инеп, тотош язвалар барлыҡҡа килгән. Табиптарға тубыҡ тиреһен алмаштырырға тура килгән.
Судта ир менән ҡатын ғәйебен өлөшләтә таныған. Шуныһы ҡыҙыҡ, опека органдары малайҙы яңынан әсәһенә ҡайтарған. Ә үгәй атай һаҡ аҫтында, ирле-ҡатынлыға кәм тигәндә етешәр йыл төрмә янай.
Фото: КП.