Новости
19 Декабрь 2019, 06:30

Араҡы һатҡандарҙы фаш итһәң, аҡса түләйҙәр!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров суррогат араҡы, “фанфурик”, законһыҙ араҡы һатыусыларға ҡаршы көрәште дауам итә.

“Дошман уйлап табыусан һәм аҫтыртын булған саҡта, был һүҙҙе әйтеүҙән ҡурҡмайым, ошондай юлға барырыға тура килә. Бөгөндән беҙ кешеләрҙең үлеменә килтергән суррогат спиртлы эсемлектәрҙе йәшерен һатыусыларҙы ныҡлап ҡыҫабыҙ. Улар хаҡында хәбәр иткәндәргә түләй башлаясаҡбыҙ. Суррогат араҡы етештереүселәр тураһында мәғлүмәт биргәндәргә – 50 000 һум, һатҡан кеше хаҡында хәбәр иткәндәргә - 2000 һум. Хәбәр иткән кешеләрҙең исеме йәшертен ҡаласаҡ һәм түләү ҙә ғәҙел буласаҡ. Тағы ла иҫкәртәм, эҙмә-эҙлекле эшебеҙ һөҙөмтәһендә быйыл, былтырғыға ҡарағанда, эсеп үлгәндәр 115 кешегә кәм. Беҙҙең бурыс – был һанды иң түбәнгә тиклем еткереү”, – тип белдерҙе Радий Хәбиров “Бәйләнештә”ге социаль селтәрҙәге диуарында.
Мәғлүм булыуынса, йыл башынан республикала һигеҙ йәшерен цех ябылған, 70 мең литр спиртлы эсемлек тартып алынған.
Ағыу етештергәндәр һәм һатҡандар тураһында мәғлүмәтте Башҡортостандың Дәүләт сауҙа комитетының “Хәүефһеҙ мөхит” порталына https://safety.openrepublic.ru/ (тәүлек әйләнәһенә) йәки +7 (347) 218-09-87 телефонына шылтыратып (эш көндәрендә сәғәт иртәнге 9-ҙан киске 7-гә тиклем) хәбәр итә алаһығыҙ.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Читайте нас