Новости
18 Декабрь 2019, 12:55

Шәһит Хамматов ил ярҙамында фатирлы булырмы?

Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актеры Шәһит Хамматов үҙенсәлекле социаль эксперимент уҙғара.

Краудфандинг тигән терминды ишеткәнегеҙ бармы? Белмәһәгеҙ, белегеҙ, ул үҙеңә зыян итмәйенсә, коллектив менән бергәләп кемгәлер ярҙам итеү тигәнде аңлата. Йәғни, ниндәйҙер проектты коллектив менән инвестициялау.

Тамашасыларҙың яратҡан актеры Шәһит Хамматов та краудфандинг кеүегерәк ысул уйлап тапҡан. Инстаграм социаль селтәрендә ул үҙенә фатир һатып алыу өсөн һәр кемдән берешәр һум аҡса ебәреүен үтенә.

Әйтергә кәрәк, актерҙың дуҫтары һәм туғандарынан тыш, тамашасылар ҙа әүҙем ҡушылған - 1 һум ғына түгел, хатта 50 мең һум ебәреүсе лә булған. Әлеге эксперимент ярҙамында Шәһит фатир һатып ала ҡалһа, уның аҙымын ҡабатлаусылар булырмы икән? Ә һеҙ краудфандингтан баш тартмаҫ инегеҙме?

Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.

Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Sh-it-Hammatov-il-yar-aminda-fatirli-bulirmi-44383/
Читайте нас