Новости
18 Декабрь 2019, 07:40

Радий Хәбиров: “Миңә бында оҡшаны”

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Иглин районында булды. Төбәк етәксеһе ауыл хужалығы предприятиеларының, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының эшмәкәрлеге, социаль объекттар төҙөү барышы, ихаталарҙы һәм подъездарҙы төҙөкләндереү эше менән танышты, биләмәләрҙе үҫтереү мөмкинлектәре буйынса фекер алышты.

Төбәк Башлығы Иглин районының Охлебин ауылындағы урта мәктәпте ҡарап сыҡты. Мәктәп 1939 йылда уҡ төҙөлгән, быйыл 80 йыллыҡ юбилейын билдәләгән. Әле бында йөҙҙән ашыу уҡыусы, шул иҫәптән урындағы социаль приютта тәрбиәләнгән балалар белем ала. Быйыл бинала өлөшләтә ремонт яһалған, әммә эске кирбес стеналарҙы нығытырға кәрәк. Төбәк Башлығы, яңы мәктәп һалыу мәсьәләһен Мәғариф министрлығы һәм Хөкүмәт кимәлендә тикшерергә кәрәк, тип билдәләне.
Охлебин ауылында әле 1200 кеше йәшәй. Квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн дөйөм практика табибының модулле офисын төҙөүгә ихтыяж бар. Медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған амбулаторияның яҡынса хаҡы – 20 миллион һум самаһы.
Радий Хәбиров эш сәфәре барышында ауыл табиплыҡ амбулаторияһының эше менән танышты. Ул 1977 йылда һалынған әүәлге балалар баҡсаһы бинаһында урынлашҡан. Иглин үҙәк район дауаханаһының баш табибы Жанна Карунас әйтеүенсә, ул заман талаптарына ла, квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеү ҡағиҙәләренә лә яуап бирмәй.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы әле төбәктә һаулыҡ һаҡлауҙың түбәнге звеноһын үҫтереү программаһын төҙөй. Уға Иглин районының Охлебин һәм Аҡбирҙе ауылдарындағы ике табиплыҡ амбулаторияһы индерелгән. Йыл аҙағына тиклем программа Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығына яраштырыуға ебәреләсәк. Финанслау сығанағы программаны яҡлау һөҙөмтәләре буйынса билдәләнәсәк.
Иван-Казанка ауылы янында урындағы фермер Фәнис Хәлилов солоҡсолоҡ менән шөғөлләнә. Ул республика Башлығына ҡуртымға алған ерҙә Бал ауылы төҙөү пландары менән уртаҡлашты. Ауыл аутентик стилдә башҡарылырға, ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу өсөн тиҫтәләгән йорто, туҡланыу зонаһы, һунарсы, умартасы, ҡымыҙсы, балыҡсы йорттары, һөнәрселек оҫтаханалары булған башҡорт ауылын сағылдырырға тейеш. Бал ауылын төҙөүҙең яҡынса хаҡы 227 миллион һум тәшкил итә. Шулай уҡ Республика бал музейын асыу, ауылда 1,5 саҡрымлыҡ асфальт юл һалыу, газ үткәреү күҙаллана.
– Республика өсөн традицион умартасылыҡ тармағын да, туризм өлкәһен дә үҫтерәсәк Бал ауылы проектына булышлыҡ итәсәкбеҙ. Миңә бында барыһы ла оҡшаны, – тине Радий Хәбиров.
Район үҙәгендә төбәк Башлығы 5-се урта мәктәптә булды. Әле бында төҙөлөш эштәре тамамланған, биләмә төҙөкләндерелгән. 640 урынлыҡ мәктәп 160 балаға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы менән берләштерелгән. Киләһе йыл ғинуарҙа белем йорто ишектәрен асасаҡ.
Үҙәк район дауаханаһында Радий Хәбиров кадрҙар тәьминәте, матди-техник базаны нығытыу мәсьәләләрен тикшерҙе, ремонт тамамланып килгән поликлиниканы ҡарап сыҡты, инфомат ярҙамында табипҡа яҙылып ҡараны.
Республика Башлығы шулай уҡ Елена Иглина исемендәге паркты яңыртыу проекты менән танышты. Эштең яҡынса хаҡы – 67 миллион һум. Бында парк ҡапҡаларын, сәхнәне реконструкциялау, тротуарҙарҙы, балалар майҙансығын, спорт зонаһын, трибуналарҙы төҙөкләндереү күҙаллана.
Иглин районы хакимиәте башлығы Николай Самойленко менән төбәк етәксеһе муниципалитетты артабан үҫтереү мөмкинлеге буйынса фекер алышты. Юлдарҙы төҙөкләндереү, шыйыҡ көнкүреш ҡалдыҡтарын ситкә сығарыу мәсьәләләре тикшерелде. Төбәк етәксеһе Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына ассенизатор машиналары һатып алыуҙа районға ярҙам итергә ҡушты. Районда электр тәьминәте сифатын яҡшыртыуға килгәндә, Радий Хәбиров был теманың Башҡортостан Хөкүмәте контролендә булыуын билдәләне.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас