Адвокаттың һүҙҙәренсә, “Был эш буйынса Рәмил Шәмсетдинов һәм тағы бер нисә һалдат зыян күреүсе тип танылған”. Енәйәт эше Рәсәй Енәйәт кодексының “хәрбиҙәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттә устав ҡағиҙәһен боҙоу” тип аталған 335-се статьяһына ярашлы асылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Байкал аръяғы крайындағы фажиғә 25 октябрҙә була. Горное ауылындағы хәрби часта Рәмил Шәмсетдинов хеҙмәттәштәренә ата: һигеҙе үлә, икеһе яраланып госпиталгә эләгә. Рәмил Шәмсетдинов үлтереүҙә ғәйепләнә. Ә Оборона министрлығы һалдаттың нервы көсөргәнешлеге булған тигән фекер белдергәйне.