Новости
18 Декабрь 2019, 07:30

Прокуратура сайттарҙы яба

Бөтә республиканы шаулатҡан “снюс”ҡа бәйле ваҡиғаға Башҡортостан Прокуратураһы ла иғтибар итте. Күҙәтеү ведомствоһы тикшереү барышында “снюс”, һурыу тәмәкеләрен ирекле тәҡдим иткән биш интернет-порталды асыҡлай.

Прокуратураның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был сайттарға һәр кем тотҡарлыҡһыҙ инеп, ундағы мәғлүмәт менән таныша алған. Күҙәтеү органы, сайттарҙағы ошо мәғлүмәттәрҙе тыйылған тип танып, бындай интернет сығанаҡтарға инеүҙе сикләүҙе һорап, судға мөрәжәғәт итә. Суд прокуратураның ғәҙел талабын тулыһынса ҡәнәғәтләндерҙе. Һөҙөмтәлә Роскомнадзор ағыу тәҡдим иткән интернет-сайттарҙы япты.
Артабан да йәштәрҙе ағыулаған “снюс”, вейп, кальян кеүек зарарлы матдәләрҙе тыйыу өҫтөндә эш дауам итер, тип ышанабыҙ, сөнки ошондай балаларҙы ағыулаған, үҫеп килгән быуынды юҡ итеүгә йүнәлтелгән заман афәттәренә ҡаршы көрәшмәйенсә тороп, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Демография” милли проектында ҡуйылған бурыстарға өлгәшеү мөмкин булмаясаҡ.
Фото: 123ru.net
Читайте нас