Новости
18 Декабрь 2019, 07:20

"Әллә үләһең, әллә юҡ"

Ул йылдарҙа магазиндарға тауарҙар бик һирәк килтерелә ине. Бер кәрәклеһе булһа, был хәбәр шунда уҡ бөтә ауылға тарала.

Бер көндө, аҡ ситса бар икән, тигән һөйөнөслө хәбәр таралды. Атайым менән әсәйем тиҙерәк магазинға ашыҡты, мине лә эйәрттеләр.
Әсәйҙең кәфенлек өсөн аҡ ситса алып ҡуйғыһы килә. Үҙенеке әҙер, ә бына атайҙыҡы юҡ икән. Кәфенлек һүҙен ишеткәс, минең ҡот осто – үлергә йыйына икән былар! Ҡысҡырып илап ебәрҙем. Кемдең атай-әсәһен үлтерәһе килһен?! Мин: “Атай, алма, атай, алма!” - тип ялына башланым. Кәфенлек булғас, ул тиҙҙән үлер кеүек тойолдо. Атайым мине аңланы.
"Эй, алмайыҡ та, әллә үләһең, әллә юҡ. Үлмәһәң, кәфенлек әрәмгә китә", - тине лә ғәҙәттәгесә кеткелдәп көлөп ебәрҙе әсәйем.
Алманылар. Мин юҡта алырға кәрәклеген аңланылар, күрәһең.
Читайте нас