Ул Өфө сәнғәт училищеһын уңышлы тамамлап, диплом алды. Ошо көндәрҙә иһә яҡташыбыҙ етенсе йыл рәттән тапшырылған "Болғар радиоһы" милли музыкаль премияһына лайыҡ булды. Был хаҡта йырсы үҙе: "ТНВ" каналы хит-парадында "Китә ҡаҙҙар" йырын башҡарып, тәүге урынды алдым. Ахырҙа мине ошо тантанаға саҡырҙылар", – ти.
Әйткәндәй, быйыл Гөлназға гастролдәрҙә яңғыҙ йөрөргә тура килгән. Сәбәбе – командаһы менән аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡан. Шуға ла ул бер үҙе тороп ҡалған. "Гастролдәрҙе яңы программа менән Башҡортостанда башларға әҙерләнәм, ә Татарстанда йөрөү өсөн аҡсам етмәҫ тип уйлайым", – ти сәхнә йондоҙо.