Сабый сәйер шарттарҙа вафат булған. Уның үле кәүҙәһен иртәнге сәғәт 4-тәр тирәһендә үҙ бишегендә тапҡандар. Баланың тәнендә күренеп торған йәрәхәттәр ҙә, күгәргән урындар ҙа булмаған.
Ата-әсәһе ҡалала бер фатирҙы ҡуртымға алып йәшәгән булған. Бала быйыл 25 июлдә генә яҡты донъяға килгән.
Хәтерләһәгеҙ, октябрь аҙағында Дүртөйлө ҡалаһында ла ошондай уҡ аяныслы осраҡ теркәлгәйне. Әле был хәл буйынса төбәк Тикшереү комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан.