

Бында 300-ләп ҙур компания вәкиле килгән, байтаҡ ҡына хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөү күҙаллана. Буласаҡ инвесторҙар менән осрашыуҙарҙан күп нәмә өмөт итәбеҙ.
Көндөң тәүге яртыһында бер нисә секция ултырыш үтә, "Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы" союзы советының ултырыш була. Әйткәндәй, секциялар темаһы бик ҡыҙыҡлы күренә: "Инфраструктура поддержки бизнеса: индустриальные парки, экономические зоны, институты развития", "Бизнес под защитой", "Цифровой мир. Инвестиции в будущее".
Артабан республиканы презентациялау, "Башҡортостан - файҙалы инвестициялар территорияһы" темаһына пленар ултырыш үтә. Владимир Познер алып барасаҡ, тигәйнеләр.
Бынан тыш, "Алға, Башҡортостан!" әүҙем инвесторҙар клубы ла ултырышҡа йыйыласаҡ.