Новости
18 Декабрь 2019, 12:50

Башҡортостан – бай һәм ылыҡтырғыс төбәк

өгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында барған “Башҡортостан саҡыра” инвестиция форумында республикабыҙҙың презентацияһы уҙғарылды. Уны республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров алып барҙы. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, тележурналист Владимир Познер, Рәсәй төбәктәренә инвестициялар йәлеп итеү үҙәге директоры Александр Малах һәм башҡалар ҡатнашты.

Андрей Назаров республиканың иҡтисади, ғилми һәм интеллектуаль ҡеүәте тураһында ентекләп һөйләне. Залда ултырған тыңлаусыларҙың байтаҡ өлөшө Башҡортостанға беренсе тапҡыр килгән инвесторҙар ине, улар өсөн был лекцияның ҡыҙыҡлы булыуына шик юҡ.
– Беҙҙең республика инвестициялар өсөн хәүефһеҙ төбәк, – тине ул. – Республика етәксеһе аҙна һайын “Инвестиция сәғәте” үткәрә, уларҙа барлыҡ теләгән инвестор үҙенең проектын тәҡдим итә ала, был сәғәттәрҙә 360 миллиард һумлыҡ 153 проект ҡаралды ла инде.
– Нимә эшләһәк тә, бөтә ынтылыштарыбыҙ халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыуға йүнәлтелергә тейеш, – тине Радий Фәрит улы. – Беҙ әле яҡшы йәшәйбеҙ тип әйтеп булмай, проблемалар күп, шул иҫәптән – социаль йәһәттән. Һәм инвестицияларҙы күберәк йәлеп итеү өҫтөндә эшләүебеҙ ошо проблемаларҙы хәл итеүҙе маҡсат итеп ҡуя ла инде.
Читайте нас