Новости
18 Декабря 2019, 07:35

Аҡмулланың әсәһе

Бөйөк шағирыбыҙҙың әсәһе тураһында уйҙырмалар бик күп. Туғандаш халыҡтарҙың әҙәбиәт әһелдәре хатта бер нисә роман яҙҙы, ләкин уларҙың яҙмалары дөрөҫлөккә тап килмәй. Беҙ фәҡирегеҙгә Аҡмулланың әсәһе тураһында төплө өйрәнеп, байтаҡ мәғлүмәтте асыҡлау бәхете тейҙе.

Ревизия документтарынан күренеүенсә, шағирыбыҙҙың әсәһе, 1834 йылда хеҙмәттән бушатылған (освобожденный) 9-сы класс чиновнигы Иван Дыннов алған мәғлүмәттәрҙә, Сәлимйән ҡыҙы Бибиөмөгөл, ә 1850 йылда – Сәлимйән ҡыҙы Биби. Шағир Фәтих Кәрим, Туҡһанбайҙағы элекке заман метрикаһына таянып, Бибигөлсөм Сәлимйән ҡыҙы тип яҙған. Ризаитдин Фәхретдинов хеҙмәтендә – Сәлим хәҙрәт ҡыҙы Биби.

Төрлө исемдәр яҙылып, буталсыҡтар барлыҡҡа килә, ышандырырлыҡ дәлилдәр аҙ, ләкин ҡайһы бер төшөнсәләргә иғтибар итеү зарур. Мәҫәлән, “биби” – фарсы һүҙе, бикә, ханым, хужа ҡатын мәғәнәһен бирә. Ревизия документтарына, баҫма сығанаҡтарға анализ биргәндә шул асыҡлана: байтаҡ ҡатын-ҡыҙҙың исеменә, бигерәк тә мулла ғаиләһендә тыуғандарға хөрмәт йөҙөнән “биби” һүҙе өҫтәлгән. Өм – ғәрәб һүҙе, “әсәй” мәғәнәһендә, йәғни бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың исеменә өҫтәлгән. “Троицк ҡалаһының эпиграфик ҡомартҡылары” китабындағы мәрхүмә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡуйылған билдә таштарындағы яҙыуҙарға иғтибар итһәң, уларҙың өстән ике өлөшөндә “биби” һүҙе бар. (В.М. Усманов, И.М. Шәмсетдинов.

Троицк. 2012 йыл). Тимәк, “биби” һәм “өм” һүҙҙәренең дин әһелдәре ғаиләһенә кейәүгә сығып, бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың исеменә өҫтәлеүен тәбиғи күренеш булараҡ ҡабул итергә кәрәк. Икенсе мөһим мәғлүмәт – Сәлимйән ҡыҙы, Сәлим хәҙрәт ҡыҙы. Бына ошо икенсе дәлилгә иғтибар итеп, Бишбүләктә йәшәгән тарихсы Урал ҡусты Ғатауллин, ревизия документтарын ентекле тикшереп, Сәлим хәҙрәттәр тураһындағы мәғлүмәттәрҙе ошо юлдарҙың авторына бирҙе. Береһе Йылбулаҡтамаҡта йәшәгән, икенсеһе – шағирҙың тормошон һәм ижадын өйрәнеүселәр бер ҙә иғтибар итмәгән Әбдрәшит исемле башҡорт ауылында йәшәгән Сәлимйән хәҙрәт Сәғитов. Билдәле булыуынса, был ике ауыл да Бәләбәй өйәҙе Күл иле-Мең улысына ҡарай.

Йылбулаҡтамаҡ тураһында мәғлүмәттәр һуңғараҡ. Хәҙер һүҙебеҙҙе Әбдрәшит ауылына йүнәлтәйек. 1816 йылғы ревизия документтарында һигеҙенсе ғаилә булып башҡорт милләтенән указлы имам Сәлимйән Сәғитов теркәлгән. Уға 47 йәш. Ҡатыны ла башҡорт, Гөлйөҙөм – 33 йәшлек. Улы Ғирфанға – дүрт, ҡыҙы Гөлсөмгә биш йәш. Сәлимйән Сәғитов ошо уҡ улыстағы Айыт ауылынан имам итеп ебәрелде, тип тә яҙылған был документта. 1816 йылда Айыт ауылында үткәрел­гән ревизия мәғлүмәттәрендә “Сәлимйән Сәғитов Әбдрәшиткә күсерелде” тигән һүҙҙәр бар.

Урал ҡусты Ғатауллиндың ошо документтарын күҙ уңында тотоп, тикшеренеүҙәрҙе дауам итәйек. 1834 йылда үткәрелгән ревизияла Сәлимйән Сәғитов ғаиләһендә ҡыҙҙары Гөлсөм күренмәй. Ғаиләлә Ғирфандан (22 йәш) тыш, икенсе улы Мөхәмәтйән (16 йәш), Ғирфандың улы Хәкимйән (бер йәш), килене Фариза (20 йәш) яҙылған. Сәлимйән хәҙрәт 1842 йылда 73 йәшендә мәрхүм. Гөлйөҙөм 1834 йылғы ревизияла юҡ. Ғәзизә исемле 40 йәшлек икенсе ҡатыны теркәлгән.

Хәҙер ҡаҙаҡ мәғрифәтсеһе, Аҡмулланың дуҫы Дусмайыл Ҡашҡымбай улының 1913 йылдың 14 апрелендә Ырымбурҙа нәшер ителгән “Ваҡыт” гәзитендә баҫылып сыҡҡан мәҡәләһенә иғтибар итәйек.

“Мәшһүр шағир Аҡмулланың биографияһын һәм матбуғатҡа кермәгән шиғырҙарын йыйып баҫтырмаҡсы булам. Мәрхүмдең биографияһын камил һәм дөрөҫ итеп яҙыр өсөн ватанындағы ағай-энеһенә һәм хәҙерге ваҡытта иҫән замандаштарына үтенеп мөрәжәғәт итәм.

Аҡмулла мәрхүм беҙҙең яҡҡа килгәнсе, йәғни 24 йәшенә тиклем булған хәлдәрен яҙып ебәреүҙәрен үтенәм. Ул ҡайҙа уҡыған, остаздары кемдәр, Троицк тарафына сығып китеүенә нимә сәбәп булған? Мәрхүм миндә һаҡланған бер хатында шулай тип үҙ ҡулы менән яҙа:
“...Хөрмәтле ағаларҙан мулла Шәрәфетдин һәм Мөхәмәтйән, Ғирфан, Хәлиулла һәм Мөхәмәтхәнәфиә, Хәйбулла, Тимерғәли, Мөхәмәтйәр, Йәрмөхәмәт ағайҙарға сәләм, энеләребеҙҙән хөрмәтле мулла Ғилман һәм Әхмәҙи, Баһауетдин, Йософ, Хәкимйән һәм дуҫыбыҙ Динмөхәмәт вә барсаларына айырмайынса сәләм. Апайҙарҙан Шәмсенисаға һәм йәш энеләремә, Мәхфүзә һәм Ғилман өйөндәге киленебеҙгә вә барсаларығыҙға һағынышлы сәләм...”

Ошо хатта телгә алынған кешеләрҙең бәғзеләре сәләмәттер. Ә бәғзеләренең нәҫел-нәсәбе барҙыр. Улар араһынан мәрхүмдең биографияһын яҙып ебәрерлек бер ғәли йәнәп табылыр тип уйлайым. Мәрхүм шағир вафат булған йылда Әхмәҙи исемле берәү килеп: “Мин уның энеһемен”, – тип мәрхүмдән ҡалған түркене һәм китаптарын алып киткәйне. Үрҙә телгә алынған хат шунан миңә ҡалды. Ул кешенең адресын яҙып алған инем: Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Ил күл-Мең улысы, Аҙнай обществоһы, Туҡһанбай ауылы, Әхмәҙи мулла Камалетдин улы тигән башҡорт. Бәлки, ошо төбәктә тырыш кешеләр араһында мәрхүм шағирҙың биографияһын тикшереүселәр табылыр? Булһа, яҙып ебәрегеҙ.

Бынан тыш, Себер тарафындағы ҡаҙаҡ уҡымышлылары һәм талиптарынан Аҡмулланың шиғырҙарын яҙып ебәреүҙәрен үтенәм. Аҡмулланың биографияһы һәм шиғырҙары хаҡында яҙып ебәреүселәргә хәҙерҙән рәхмәт әйтеп, ихтирам менән Дуҫмайыл Ҡашҡымбай улы. Адресым: Почт. Отд. Денисовское Тургайской обл. Кустанайского у. Поселок Украйновск Товр. Вол. Хаджи Дусмаил Кашкумбаеву”.

Мәшһүр шағирыбыҙҙың биографияһын аныҡлауҙың һәм яҙмаларҙың үтә лә ҡиммәтле, ҡәҙерле икәнлеген иҫебеҙҙә тотоп, Дусмайыл Ҡашҡымбай улына рәхмәт яуҙыра-яуҙыра, ҡәләм осона алынған Аҡмулланың ағай-энеһе, апайҙары тураһында, архив документтарын, ревизия мәғлүмәттәрен файҙаланып, аныҡлыҡ индерәйек:
– мулла Шәрәфетдин (1882), атаһы – Ишҡужа Ишбулдин, әсәһе – Хәсибә;
– Мөхәмәтйән (1818), атаһы указлы имам Сәлимйән Сәғитов (1769), әсәһе Гөлйөҙөм (1783);
– Ғирфан (1812), атаһы указлы имам Сәлимйән Сәғитов (1769), әсәһе Гөлйөҙөм (1783);
– Хәкимйән (1833), атаһы Ғирфан (1812) Сәлимйән улы, әсәһе Фариза (1814);
– Мөхәмәтхәнәфиә (1822), атаһы Рамазан (1793) Көсөкбай улы;
– Йәрмөхәмәт (1830), атаһы Ишмөхәмәт (1794) Көсөкбай улы;
– Тимерғәли (1811), атаһы аҙансы Мендей улы Исламғолов;
– Ғилман (1834), атаһы Ишҡужа Ишбулдин, әсәһе Хәсибә;
– Әхмәҙи (1855), атаһы Камалетдин Ишҡужин, әсәһе Туйһылыу (1826);
– Баһауетдин (1843), Йософ (1841), аталары Әсфәндиәр (1810) аҙансы Мендей Исламғоловтың улы;
– Динмөхәмәт (1828), атаһы Сәфәрғәле Абзанов (1800);
– Шәмсениса (1810), атаһы Ишҡужа Ишбулдин, әсәһе Шәһәрбаныу (1783).

Аҡмулланың үҙ ҡулы менән яҙған хатында телгә алынғандарҙың өсәүһе – Шәрәфетдин (1822), Ғилман (1834), Шәмсениса (1810) – атаһы Камалетдиндың (1805) ҡустылары һәм һеңлекәше, Әхмәҙи иһә (1855) Аҡмулла менән бер туған.

Ғирфан (1812), Мөхәмәтйән (1818) – шағирҙың әсәһе Гөлсөмдөң (1811) бер туған ҡустылары, Хәкимйән (1833) – Ғирфандың улы.

Мөхәмәтхәнәфиә, Йәрмөхәмәт Көсөкбаевтар һәм Баһауетдин, Йософ Исламғоловтар – Туҡһанбай ауылында йәшәгән, ревизия документтарында теркәлгән Аҡмулланың өсөнсө быуын ағай-энеһе.

Хәлиулла, Хәйбулла, Мөхәмәтйәр исемле ағайҙарын ғына аныҡлай алманыҡ. Әммә иң мөһиме шул – бөйөк шағирыбыҙҙың әсәһе – Гөлсөм (Бибигөлсөм) Сәлимйән хәҙрәт ҡыҙы Сәғитова. Айыт ауылында тыуып, Туҡһанбайҙан дүрт-биш саҡрым йыраҡлыҡта ултырған бәләкәй генә Әбдрәшит ауылында йәшәп, Камалетдин Ишҡужа улы Ишбулдинға кейәүгә сыҡҡан. Мөхәббәт емеше – беҙҙең бөйөк шағирыбыҙ Мифтахетдин Аҡмулла!

Читайте нас