Новости
18 Декабрь 2019, 12:00

6 йыл элек Силәбелә төшкән метеорит «иҫенә» килгән

2013 йылдың февралендә күк ҡунағы – метеорит Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл тирәһенә төшөп, халыҡ араһында шау-шыу ҡуптарғайны. Унда бәлә-ҡаза ла булды.

Мәктәптәр, заводтар тәҙрәһеҙ, түбәһеҙ ҡалды. Ошо күктән төшкән таштың 500 килограммлы бер киҫәген экспонат итеп Силәбе ҡалаһындағы “Көньяҡ Урал” музейына махсус ҡалпаҡ аҫтына урынлаштырғандар. Ул алты йылға яҡын шунда тыныс ҡына ятҡан. Ә бына 14 декабрҙә бер кем дә көтмәгәндә метеорит киҫәген ҡаплап торған ҡалпаҡ-ҡапҡас әкрен генә күтәрелә башлаған. 15 сантиметрға күтәрелгәс, туҡтап, ҡатып ҡалған. Бәлки, быны музей хеҙмәткәрҙәре һиҙмәгән дә булыр ине, тик сигнализация эшләй башлаған.

Был сәйер хәлде бер кем дә аңлата алмай. Астрономдар ҙа, музей хеҙмәткәрҙәре лә аптырашта. Алты йыл буйы бындай хәл күҙәтелмәгән. Әйткәндәй, ҡалпаҡ-ҡапҡасты былай ғына күтәреп булмай, ул бик ауыр, ти музейҙа эшләүселәр. Махсус пульт ярҙамында ҡалпаҡты көскә урынына ҡуйғандар.

Фото: Комсомольская правда

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/6-yil-elek-Sil-bel-t-shk-n-meteorit-i-en--kilg-n-44364/

Яңылыҡ авторы: Гөлнара Солтанова
Читайте нас