Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
17 Декабрь 2019, 15:00
Заводтан күп күләмдә шартлатҡыс юғалған
Стәрлетамаҡтың бер предприятиеһында "Уғата ҙур күләмдә бурлыҡ" статьяһы буйынса енәйәт эше асылған. Баҡһаң, урындағы оборона тауарҙары заводынан йөҙәрләгән тонна шартлатҡыс юғалған икән.
"Авангард" заводында 276 тонна шартлатҡыс ҡалдыҡтың етмәүе асыҡланған. Был шартлатҡыстар хәрби подряд буйынса снарядтарҙы утилләштереүҙән барлыҡҡа килгән булған. "Ведомости" баҫмаһы хәбәр итеүенсә, 2017 йылдың ноябренән 2019 йылдың мартына тиклем урлау дауам иткән.
РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына ҡараған "Авангард" предприятиеһы, бәлки, ҡалдыҡты үҙаллы эшкәрткән, йә шәхси фирмаға һатҡан, тигән фекер ҙә бар. Заводтың элекке генераль директоры вәкиле урлау фактын танымай.
Фото:"Башинформ".
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Zavodtan-k-p-k-l-md-shartlat-is-yu-al-an-42380/
Яңылыҡ авторы:
Алһыу Ишемғолова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"