Новости
17 Декабрь 2019, 06:10

"Төртөклө" Яңы йыл шыршылары Яңы йылға тиклем барып етерме?

Өфөлә һәм Нефтекамала "пикселле" Яңы йыл шыршылары сафтан сыҡҡан.

"Про.Нефтекамск.ру" порталы хәбәр итеүенсә, йәкшәмбелә, 15 декабрҙә майҙанда урынлаштырылған "төртөклө" ҡупшыҡайҙы уратҡан спиралдең бер өлөшө яныуҙан туҡтаған.
Бының турала кешеләр социаль селтәрҙәрҙә хәбәр иткән.

— Замёрзла в минус 9 °С… Лишь бы до 1 января доработали лампы, — тигәндәр улар.

Бының кеүек хәл баш ҡалала ла булған. Телеүҙәк янындағы майҙанға ҡуйылған шыршының бер өлөшө бөтөнләй янмаған.
Республиканың туғыҙ ҡалаһында ҡуйылған заманса шыршыларға 115 миллион һум аҡса сарыф ителгән. Ҡиммәтле "төртөклө" биҙәүестең сафтан сығыуы үкенесле хәл булып тора.
Фото: "Про.Нефтекамск.ру" порталы
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/T-rt-kl--Ya-i-yil-shirshilari-Ya-i-yil-a-tiklem-barip-eterme-41135/
Читайте нас