Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
17 Декабрь 2019, 09:50
Рәмил үҙен үлтерерҙәр тип уйлаған
Һалдат Рәмил Шәмсетдиновҡа һаҡ аҫтында булыу ваҡытын тағы дүрт айға оҙайттылар.
Уның адвокаты Рауил Туғушев белдереүенсә, уға әле бик күп тәфтиш сараларын һәм экспертизалар үтергә кәрәк. Шул иҫәптән психолог-психиатрик тикшереү ҙә әле үткәрелмәгән.
“Маsh” телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, Рәмил үҙенең был ҡылығында үкенеүен белдергән. Баҡһаң, егет үҙенең тере ҡалыуында бик шикләнгән икән. Ул атыштан һуң ҡулға алған саҡта үҙен дә үлтерерҙәр тип уйлаған.
Һигеҙ кешене атып үлтергән һалдат үҙен яҡлаған кешеләрҙең табылыуына ныҡ аптыраған. “Рәмил был ауыр хәлдә уны яҡлаған, ярҙам иткән, атаһына ярҙам иткән кешеләргә ҙур рәхмәтен белдерә”, – ти адвокат. Ул артабан да һалдаттың һүҙҙәрен халыҡҡа еткереп тормаҡсы.
Автор: Альфия Мингалиева. https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/R-mil--en-lterer-r-tip-uyla-an-41435/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"