Радмир Мөфтәхин тамашасыларға 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһы тураһында һөйләне. Шулай уҡ форумда ҡатнашыусылар “Байыҡ” һәм “Уралым” башҡорт халыҡ йырҙарын гитарала башҡарҙы.
Сарала 200 кеше ҡатнашты. Конференция сиктәрендә “түңәрәк өҫтәл”дәр, оҫталыҡ дәрестәре, проекттар конкурсы, лекциялар уҙғарылды.