Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
17 Декабрь 2019, 10:15
Ни өсөн снюс уҡыусылар араһында “модала”?
Табип –психиатр, юғары категориялы нарколог Азат Әсәҙуллин уҡыусылар араһында таралған снюстың ни өсөн популяр булыуын аңлатты. Хәүефлеме ул?
Белгестең аңлатмаһы күптәр өсөн фәһемле асыш та, хәүефле яңылыҡ та булыуы бар. Уның әйтеүенсә, “снюс – дымға туйындырылған тәмәке, нигеҙҙә уны Швецияла, Норвегияла ҡулланалар, аҫҡы йәки өҫкө ирен аҫтына һалалар”. Ҡайһыһы зарарлы – тәмәкеме, снюсмы, тигән һорау дөрөҫ түгел, ти белгес, сөнки уларҙың икеһе лә зыянлы. Икеһе лә бәйлелек тыуҙыра. Снюстың популяр була барыуында уның яңы, “мода”ға эйәреү күренеше роль уйнай, өҫтәүенә еҫе булмауы, тимәк, ”зарарһыҙ” тип уйлау уҡыусыларҙы йәлеп итә.
Тағы ла шуныһы: зарарлы булғас, ни өсөн ул һәр ерҙә иркен һатыла, тигән һорау ҙа тыуа. 13 декабрҙә республика етәксеһе 24 сәғәт эсендә снюсты магазин кәштәләренән алыуҙы талап итте. “Кәнфиттән” ике баланың ағыуланыуы йәмәғәтселектә ҡурҡыу тыуҙырҙы. Ағыуланған уҡыусыларҙың анализында наркотик матдәләрҙең табылыуы билдәле булды. Хәл хәүефле, балалар менән аңлатыу эшен даими аңлатыу кәрәк.
Фото:VK.kom
Автор: Дина Арсланова. https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Ni-s-n-snyus-u-iusilar-ara-inda-modala-41050/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"