Новости
17 Декабрь 2019, 06:00

Мәскәүгә —Яңы йыл байрамына

Кремлдә төп Яңы йыл шыршыһы 25 декабрҙә үтә.

Байрамға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән алты меңгә яҡын бала саҡырылған. Башҡортостандан 140 кешенән торған делегация бара. 114 бал һәм 28 оҙатып барыусы ололар.

Илдең иң төп Яңы йыл байрамына саҡырыу ҡағыҙҙарын уҡыу алдынғылары, олимпиада, спорт ярыштары, ижади конкурстар еңеүселәре алды. Шулай уҡ Шыршы байрамында күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе, хәрбиҙәрҙең һәм хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыусыларҙың, хәрби хәрәкәттәр ветерандарының балалары ҡатнашасаҡ.

Байрам Кремль Һарайының фойеһында үтә.

Фото:Яндекс

Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/M-sk-g--Ya-i-yil-bayramina-41672/
Читайте нас