Новости
17 Декабрь 2019, 10:05

Хәүефле "кәнфиттәр" сауҙа кәштәләренән алына

Быға тиклем төбәктә балаларҙың сәйнәй торған “кәнфиттән” (никотин миҡдары үтә ҙур булған тәмәке төрө), йәки “снюстан” ағыуланыуҙары тураһында мәғлүмәттәр булыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде.

Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комитет рәйесе Алексей Гусев “снюс”ты магазиндарҙа һатыуҙы тыйыу буйынса күрелгән саралар тураһында хәбәр итте.
–13-15 декабрҙә беҙ ошо матдәләр менән сауҙа итеү урындарын асыҡлау өсөн муниципалитет башлыҡтарына мәғлүмәт ебәрҙек. Дәүләт комитеты белгестәре лә урындарҙа мониторинг үткәрҙе, шул иҫәптән, “Инцидент менеджмент” системаһына килгән мөрәжәғәттәр буйынса. Әлеге ваҡытта ҡабаттан тикшерелгән 400 сауҙа нөктәһенең 7,5 процентында ғына ошо продукция менән сауҙа итеү асыҡланған.
Ведомство етәксеһе белдереүенсә, был сараларға эшҡыуарҙар даирәһе лә ҡушылған. Шулай итеп, тәмәке менән сауҙа итеүсе эре магазиндар, республика һәм федераль сауҙа селтәрҙәре снюс һатмай.
Башҡортостан Башлығы был хәлде тәфсирләп өйрәнергә, Роспотребнадзор хеҙмәтен йәлеп итергә, мәсьәләне системалы кимәлдә хәл итергә саҡырҙы.
– Күпселек осраҡтарҙы беҙ “яптыҡ”. Беҙҙең үтенескә ҡолаҡ һалған эшҡыуарҙарға рәхмәт. Әммә был эште аҙағына еткерергә, ошо продукция менән сауҙа итеү каналдарын ябырға, шул иҫәптән интернет селтәре һәм социаль селтәрҙәр аша һатыуҙы ла тыйырға кәрәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаеваhttps://bash.rbsmi.ru/articles/intsident/H-efle-k-nfitt-r-sau-a-k-sht-l-ren-n-alina-41743/
Читайте нас