Гаражда бензин тултырылған һауыт тоҡанып, ут тиҙ генә йортҡа күсә. Етмәһә, газ баллоны шартлай. Йорт хужаһы һәләк була.
Янғынды Белорет эске эштәр бүлегенең патруль-пост хеҙмәткәрҙәре күреп ҡалып, янғын һүндереүселәрҙе саҡыра, шулай уҡ йорттағыларҙы сығарыуҙа ярҙамлаша. Тик бер-бер артлы булған шартлауҙар уттың йәшен тиҙлегендә таралыуына булышлыҡ итә, һөҙөмтәлә мөлкәтте ҡотҡара алмайҙар.
Белореттар урамда тороп ҡалған ғаиләгә ярҙам итергә саҡыра.
Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.