Новости
17 Декабрь 2019, 06:00

Һауа торошо

Ошо көндәрҙә әллә ниндәй үҙгәрештәр көтөлмәй.

Бөгөн, 17 декабрҙә - синоптиктар аяҙлы-болотло көн вәғәҙә итә, урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ. Яуһа, әлбиттә, юлға көрт һаласаҡ, водителдәргә боҙлауыҡ та хәүеф менән янай.

Һауа температураһы төндә -4,-9° булһа (аяҙ мәлдә -14°), көндөҙ - -1,-6°.

18 декабрҙә шул уҡ көн торошо һаҡланасаҡ.

Һауа температураһы төндә -2,-7° булһа, көндөҙ - 0,-5°.

Фото: Интернеттан.

Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/aua-torosho-41766/
Читайте нас