Новости
17 Декабрь 2019, 06:55

Һаҡ булығыҙ, янғын сығыу осраҡтары йышая!

Уҙған аҙнала ғына республика буйынса 150 янғын теркәлгән, уларҙа 6 кешенең ғүмере өҙөлгән.

Һәләк булыусылар Белорет, Бөрө, Бөрйән, Иглин, Туймазы райондарынан, тип хәбәр итә Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.

Яңы йыл байрамдарында Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләйәсәк. Сөнки тап ял көндәрендә кешеләр уяулығын юғалта һәм күңелһеҙ хәлгә тарый, ти белгестәр.

Әйткәндәй, былтыр Яңы йыл байрамдарында 260-лап янғын сыҡҡан, уларҙа ике тиҫтәләп кешенең ғүмере ҡыйылған.

Быйыл был осорҙа 3 меңләп ҡотҡарыусы йәмәғәт именлеге өсөн һаҡта була.

Фото: ГТРК "Башҡортостан"

Яңылыҡ авторы: Гөлнара Солтанова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/a-buli-i--yan-in-si-iu-osra-tari-yishaya-42190/
Читайте нас