+21 °С
Болотло


Диананың атаһы һөйләүенсә, юғалыр көндө ул алты йәшлек ҡустыһы менән өйҙә ултырған. Төштән һуң әсәләре үҙ эше менән киткән, ҡыҙыҡай уны көтөп, бергә магазинға сығырға һөйләшкәндәр.
Әсә кеше киске алты тирәһендә ҡайтһа, өйҙә малай яңғыҙы ғына ҡалған. Бала: "Диана мине үпте лә, хуш, минең аҡыллым, тип сығып китте", - тигән.
Йәш ҡыҙҙың ата-әсәһе полицияға ғариза яҙған. Әле уны эҙләү бара. Диана буйға 170 см, ябыҡ. Алһыу куртка кейгән, ҡара снудта булған.
Фото: vk.com