Новости
16 Декабрь 2019, 09:50

Һыйламаһаң... атам да ҡуям

Бәләбәй ҡалаһынан ике ир урамда китеп барыусыларҙан үҙҙәренә һыра һатып алыуҙы һорай. Тегеләре ризалыҡ бирмәгәс, тотҡандар ҙа уларға пистолеттан атҡандар. Был турала республика Эске эштәр министрлығынан хәбәр итәләр.

Асыҡланыуынса, ике ир ҡаланың Сыртланов урамында урынлашҡан кафе янында бер егеттән һыра таптыралар. Тик йәш кеше ризалашмай, шунлыҡтан улар араһында низағ сыға. Егеткә улар травматик пистолет менән ата. Аҙаҡ ошо уҡ икәү Көнсығыш урамындағы кафе янында ла бер ирҙән һыра менән һыйлауын һорай, тик ул да риза булмағас, үҙенә һәм машинаһына аталар.

Әлбиттә, ғәйепләнеүселәрҙе хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала ҡулға ала. Уларҙың бер ҡайҙа ла эшләмәүсе Бәләбәй ҡалаһы кешеләре булыуы асыҡлана. Ҡулға алғанда улар иҫерек булалар. Полиция хеҙмәткәрҙәре бер ғәйепләнеүсенән травматик пистолет тартып ала. Тотҡанда ирҙәр ҡаршылашып маташа, ҡораллыһы хатта хоҡуҡ һаҡсыларына пистолет менән дә янай.

Ғәйепләнеүсе ирҙәрҙең пистолетынан зыян күргән икәүҙе урындағы дауаханаға оҙатҡандар. Теге бәндәләр ҡулға алынған, уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Читайте нас