Новости
16 Декабрь 2019, 06:10

Юл фажиғәләре - 14 декабрь

14 декабрҙә республика юлдарында 14 автомобиль аварияһы теркәлгән, ике кешенең ғүмере өҙөлгән, 22 кеше төрлө йәрәхәттәр алып, дауаханаларға эләккән.

Иртән Бәләбәй районында, Бәләбәй-Приютово автоюлының 21-се саҡрымында, ҡара-ҡаршы килгән ВАЗ-2112 менән "Ravon Nexia" бәрелешкән.

Аварияла ВАЗ-дың 38 йәшлек водителе шунда уҡ йән биргән.

"Ravon"дың водителе ауыр хәлдә дауаханала.

Был аварияла шулай уҡ ВАЗ-дың бер пассажиры, "Nexia"ның дүрт пассажиры төрлө йәрәхәттәр алған.


Кискә ҡарай Саҡмағош районының Иҫке Боҫҡаҡ ауылында 36 йәшлек ир "Лада Гранта" машинаһында Ҡашҡар-Йомаш юлы яғына табан китеп барышлай юлдан осоп түңкәрелгән.

"Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем водитель вафат булған.

Тәүлек эсендә генә 56 иҫерек водитель тотолған.

Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Yul-fagi-l-re-14-dekabr-40228/
Читайте нас