Рөстәмдең әйтеүенсә, Омскиҙа казарма емерелеп, ауыр плитәләр аҫтында ҡалғандан һуң иҫән ҡалыу - мөғжизәгә тиң ваҡиға. Тап спорт менән шөғөлләнеү, сыныҡҡанлыҡ егетте үлемдән һаҡлап алып ҡала.
"Мин профессиональ спортсы түгел, кемгәлер кәңәш бирергә, аҡыл өйрәтергә хаҡым юҡ, әммә тормошомда булған фажиғәле хәл спорт менән шөғөлләнеүҙең өҫтөнлөклө булыуын иҫбатланы", - ти ул.
Рөстәм Нәбиев емерек казарма плитәләре аҫтында ете сәғәт ятырға мәжбүр була. Егет аяҡтарһыҙ ҡалһа ла, тормоштан төңөлмәй, үҙендә йәшәүгә көс таба, ғаилә ҡора, ул бына тигән атай, блогер. Тормоштан зарланыусылар, ҡайғыһын араҡы менән йыуыусылар өсөн фәһемле миҫал был.