Һуңғы осорҙа ошондай һорау менән мөрәжәғәт итеүселәр йышайҙы. Белгестәр әйтеүенсә, тупланма өлөш һаҡлана торған пенсия фондын биш йылдан да йышыраҡ алыштырырға кәңәш ителмәй. Был осраҡта инвестиция керемен юғалтыу ихтималлығы ҙур. Икенсенән, фондты алыштырыусылар бары 1 декабргә тиклем генә ғариза тапшыра алды. Йәнә дәүләттеке булмаған пенсия фондында, күп функциялы үҙәктәрҙә лә бындай ғаризалар, ысынлап та, хәҙер ҡабул ителмәй.