Новости
16 Декабрь 2019, 06:05

Магазиндарҙа снюсты һатыуҙан ала башланылар

Радий Хәбировтың мөрәжәғәтенән һуң бер тәүлек үтеүгә магазиндарҙың 70 проценты снюсты һатыуҙан алған. Республика башлығы был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итә.

Уның әйтеүенсә, сауҙа нөктәләре хужалары “ағыу”ға ҡаршы көрәшкә ҡаршы килмәй.

“Шәмбе һәм ял көндәрендәге тикшереү һөҙөмтәләрен иртәгә селектор кәңәшмәһендә иғлан итермен. Әлегә шуны ғына әйтә алам, күрәһең, магазин хужаларының да балалары барҙыр, шуға ла улар беҙҙе ишетә һәм килешә”, — тип яҙа республика Башлығы.

Билдәле булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров магазин хужаларына “снюс”тарҙы һатыуҙан алыу өсөн бер тәүлек ваҡыт биргәйне.

Ваҡланған тәмәке һалынған пакетиктар тәмәке тартыуға ҡарағанда хәүефһеҙерәк тип күрһәтелә. 2015 йылдан улар тыйылғайны, әммә үткән йылдан алып тағы ла киң тарала башланы. Хатта шыйыҡ никотинлы кәнфит формаһында сығара башланылар. Элек уларҙы махсуслаштырылған тәмәке һатыу кибеттәрендә генә һатып алып булһа, хәҙер аҙыҡ-түлек магазинында ла табырға мөмкин.

Интернет селтәрҙәрендә 11 декабрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 11 йәшлек уҡыусының ошондай кәнфитте имгәндән һуң, ағыуланып дауаханаға эләгеүе тураһында хәбәр иткәйнеләр. 12 декабрҙә көнбайыш райондан 12 йәшлек ҡыҙ шул уҡ кәнфиттән ағыуланған.

Фото:Башинформ

Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Magazindar-a-snyusti-atiu-an-ala-bashlanilar-40176/
Читайте нас