Новости
16 Декабрь 2019, 09:35

"Донъяуи кафе" беҙҙе тағы ла яҡынайтты

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сараһы ғәҙәти булмаған форматта үтте. Райондар һәм ҡалалар башҡорттары ҡоролтайы етәкселәре стратегик сессияға йыйылды.

Сараның тәүге өлөшө Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһе тезистарына арналды. Стратегик сессияла 300-ҙән ашыу аныҡ тәҡдим индерелде. Иң яҡшылары буйынса артабан эш дауам итәсәк.

"Донъяуи кафе" тигән алым район ҡоролтайҙары етәкселәренә бер-береһенең фекерен ишетергә, яҡындан танышырға мөмкинлек бирә.


Был турала артабан "Башҡорттар" тапшырыуының махсус сығарылышында.
Рәшиҙә ИШЕМБӘТОВА.
Читайте нас