Новости
16 Декабрь 2019, 06:10

Балаға көн һайын ошо 4 һорауҙы бирергә онотма

Балаһына көн дә ошо һорауҙарҙы биреүселәр бала һәм ата-әсә араһындағы бушлыҡҡа дусар булмаясаҡ.

  1. Һинең көнөң нисек үтте?
  2. “Яҡшы”, “Нормаль”, тип кенә яуап ҡайтарһалар, үҙегеҙҙең көнөгөҙ нисек үткәнен ҡыҙыҡлы итеп һөйләгеҙ. Ҡыҙыҡһынып тыңлаһа, ул үҙенең дә уй-кисерештәре, көн ваҡиғалары менән таныштырыр.

    1. Дуҫтарыңдың хәле нисек?
    2. Баланан йыш ҡына: “Кем ул яҡын дуҫың? Уның тураһында һөйлә әле? Уның яҡшы сифаты ниндәй? Ул һиңә ярҙамға киләме?” тигән һ.б. һорауҙар бирегеҙ. Әлбиттә, барыһын да бер юлы түгел.

      1. Бөгөн ниндәй яҡшы ваҡиғалар булды?
      2. Әгәр ҙә уның өсөн көсөргәнешле көн булһа, иғтибарын ситкә йүнәлтергә тырышығыҙ – уйын уйнағыҙ, бергә яратҡан ризығын бешерегеҙ, күңел асыу урындарына барығыҙ.

        1. Һиңә минең ярҙамым кәрәкме?
        2. Ата-әсәһен ваҡ-төйәк менән борсомаған балалар була. Ҡайһы берәүҙең ауыр хәлдә ҡалып та ярҙам һорамауы бар.

          Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.

          Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
          https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bala-a-k-n-ayin-osho-4-orau-i-birerg-onotma-38908/
          Читайте нас