Регина Биргулиева әтеүенсә, уларҙың Израилдә йәшәүе өсөн Каринэ Хәбирова ныҡ ярҙам иткән. Ул ҡыҙҙың әсәһенең картаһына даими аҡса күсереп торған. Хәҙер сабыйҙың һаулығын Башҡортостан табиптары күҙәтеп торасаҡ, операция эшләмәйәсәктәр.
"Әсәһе ҡыҙын әүәлгесә балалар баҡсаһына бирергә теләй. Шулай ҙа был мәсьәләне еңел генә хәл итеү мөмкин түгел. Соня - үҙенсәлекле бала, уға тьютор (айырым педагогик вазифа) кәрәк, сөнки ул ғәҙәти балалар баҡсаһына йөрөй алмай. Ирекмән артабан да Ғизәтуллиндарҙың хәле менән ҡыҙыҡһынып торасағын белдерә. Евгений Вдовин фотоһы. Автор: Венер Исхаҡов