10 декабрҙә «Белорет» тимер юл станцияһында полиция хеҙмәткәрҙәре бер иҫерек ирҙе туҡтата. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре унда күп һанлы сиркәү ҡомартҡылары таба. Ир уларҙы сиркәүҙән урлауын хәбәр итә.
Уғрыла һирәк осрай торған ете икона һәм бер нисә дини китап табыла. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ул был әйберҙәрҙе Инйәр ауылындағы сиркәүҙән урлай.
Шуныһы ҡыҙыҡ: ҡараҡтың быға тиклем дә ошондай уҡ енәйәт яуаплылығына тарттырылған булыуы асыҡланған.
Аңламаған кеше мәңге аңламаҫ ул, моғайын. Әле был хәл буйынса тикшереү башланған.