Новости
15 Декабря 2019, 06:55

"Генерал" салаты

Эштән арып ҡайтҡас, өй йылыһын тойоу - тормошта ҙур бәхеттәрҙең береһе. Киске мул табын кәйефте тағы ла күтәреп ебәреүсән. Ошондай салаттар ҙа әҙерләнһә... Ашығыҙ тәмле, кистәрегеҙ йәмле булһын!

Добавить в предпочтительные источники Google
"Генерал"ды мотлаҡ ыҫланған тауыҡтан әҙерләргә кәрәк. Шулай итеп, беҙгә ярты килограмм ыҫланған тауыҡ, бешерелгән өс кишер, сөгөлдөр, биш йомортҡа, 150 грамм ҡаты сыр, 100 грамм грек сәтләүеге, 2-3 тырнаҡ һарымһаҡ, майонез кәрәк буласаҡ.
Тәүҙә кишерҙе, сөгөлдөрҙө, йомортҡаны бешереп, әрсеп, эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Шунан һарымһаҡты ваҡлап майонез менән бергә бутайбыҙ. Тауыҡ итен ҙур булмаған киҫәктәр итеп турайбыҙ. Ә сырҙы ваҡ ҡырғыс аша үткәрергә кәрәк. Сәтләүекте лә ваҡлайбыҙ.
Салатты йыя башлайбыҙ. Беренсе ҡатламына - ыҫланған тауыҡ ите. Икенсеһенә - йомортҡа, өсөнсөһөнә - кишер, аҙаҡҡыға - сөгөлдөр. Һәр ҡатламға майонез һалабыҙ. Сыр һибәбеҙ. Иң аҙаҡтан грек сәтләүеге һәм йәшеллек менән биҙәргә кәрәк. Бер нисә сәғәткә һыуытҡысҡа ултыртып торабыҙ. Майонез һеңергә тейеш. Ашығыҙ тәмле булһын!Фото: Ok.ru Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас