Ә түрә ябай кешене рәнйетһә? Уныһы ла бар бит әле. Үәт, был турала ла закон проекты кәрәк.
Шулай тип уйланы күптәр. Бәғзе бер депутаттар уны әҙерләп тә ҡуйҙы. Дәүләт Думаһының Транспорт һәм төҙөлөш буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Старовойтов - шул башланғыстың авторы. Проектты Федерация Советы хупланы. Бер нисә көн элек кенә уға ҡарата Президент Путин да ыңғай һүҙ әйтте.
- Әгәр кеше дәүләт органына эшкә килгән һәм башҡаларҙы йәберләй, үҙен тупаҫ тота икән, әлбиттә, бының өсөн яуап бирергә тейеш. Әйҙәгеҙ, уйлайыҡ, - тине Владимир Путин.
Ә депутат Старовойтов белдереүенсә, әгәр ҙә РФ Енәйәт кодексының "Власть вәкилен йәберләү" тураһындағы статьяһы бар икән, норма "көҙгөлә сағылышлы" булырға тейеш. Йәғни түрә лә үҙ һүҙҙәре өсөн яуап бирергә тейеш.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/g-r-e-e-t-r-l-r-r-nyet-38548/