Новости
15 Декабрь 2019, 14:25

Өфөнән Волгоградҡа самолетта ос!

2020 йылда был ике ҡала араһында тура авиабәйләнеш ойоштороласаҡ.

Өфөнән герой-ҡала Волгоградҡа тәүге самолет 13 ғинуарҙа осасаҡ. Уны һәм дүшәмбе, шишәмбе һәм шәмбе көндәрендәге артабанғы рейстарҙы Utair авиакомпанияһы башҡарасаҡ.

Юлға 2 сәғәт тә 35 минут ваҡыт китәсәк. Бер яҡҡа билет хаҡы 3 308 һум тәшкил итәсәк. Пассажирҙарға үҙҙәре менән 5 килограмға тиклем ҡул багажы алырға мөмкин. Әгәр ҙә йөк ауырлығы 20 килограмға етһә, бының өсөн 2 499 һум түләргә кәрәк буласаҡ.
Бынан тыш, Utair киләһе йылда тағы ла бер рейс - Өфө-Пермь маршрутын асырға ниәтләй. Унда юлға 50 минут ваҡыт исрафланасаҡ.
Фото: Т.Аманов
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/f-n-n-Volgograd-a-samoletta-os-38950/
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Читайте нас