Новости
15 Декабрь 2019, 11:35

Эльмира Мазованың хәле насар

Ике бәләкәй балаңдың ҡайҙа икәнлеген дә белмәй ике ай самаһы йәшәп ҡара әле... Әллә тереләр, әллә юҡ. Ниндәй генә кисерештәр, уйҙар үтмәй әсәнең башынан. Һүҙебеҙ Эльмира Мазова тураһында.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошоға тиклем Артем һәм ике малай Илья менән Славаның ҡайҙа булыуы һаман билдәле түгел. Улар йә тере, йә үле...
Ошо көндәрҙә “Уфа1” баҫмаһы журналистары Артем Мазовтың ата-әсәһе Татьяна һәм Аркадий Мазовтар менән аралашҡан. Һүҙ ҙә юҡ, улар ҙа улдары Артем һәм ейәндәре өсөн ҡайғырып һаулығын бөтөргән. Ҡурҡыныс кисерештәр менән йәшәгән ата-әсә сираттағы тапҡыр баҫма аша улдарының ҡайтыуын һораған.
"Эльмира сирләп китте, уның, күрәһең, депрессия. Үҙебеҙ ҙә ауыр хәлдә, көсөбөҙ көндән-көн бөтә бара. Һеҙ булмаған ошо ваҡытта энә өҫтөндәге кеүек йәшәйбеҙ. Ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ, тиҙерәк ҡайтығыҙ. Әгәр беҙҙең телефон номерҙары юҡ икән, Артем, 89674501588 номеры буйынса шылтырат. Был һәйбәт кешенең номеры, ул беҙҙең номерҙарҙы һиңә бирәсәк. “Барыһы ла яҡшы” тип телеграмма булһа ла ебәр", - ти ата-әсә.
Эльмира үҙе журналистар менән бәйләнешкә сыҡмай. Был аңлашыла ла инде, шундай мәлдә кеше менән аралашыу ҡайғыһы юҡ.
Иртәгә, дүшәмбе, бәләкәй Славаның тыуған көнө, уға алты йәш тула. "Был байрамды өйҙә туғандар менән бергә байрам итергә кәрәк", - ти Мазовтар.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Артем малайҙарын Эльмира менән талашҡандан һуң алып сығып киткән. Быға тиклем ҡатын уның менән йәшәргә теләмәүен әйткән һәм айырылышырға тәҡдим иткән.
Ике төп фараз бар: йә ир малайҙарҙы һәм үҙен үлтергән, йә ҡатынына үс итеп ошоға тиклем йәшенеп ята.
Фото: Уфа1
Автор: Альфия Мингалиеваhttps://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Elmira-Mazovani-h-le-nasar-40036/
Читайте нас