Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
15 Декабрь 2019, 12:15
Боҙ бармаҡтарынан һаҡ булығыҙ!
Район халҡын етди хәүефтән - ҡыйыҡтарҙан һәленеп торған боҙ бармаҡтарынан, бейектән ишелгән ҡарҙан һаҡ булырға саҡырабыҙ.
Бының өсөн:
- тротуарҙан үткәндә биналарға артыҡ яҡын бармағыҙ;
- иҫкәртеүсе төҫлө таҫма менән кәртәле урынға, "ҡыйыҡта ҡар таҙартыу бара" тип яҙылған ергә үтмәгеҙ;
- автомобилде йорт-биналарға терәтеп ҡалдырмағыҙ;
- көндәр йылытҡанда айырыуса һаҡ булығыҙ!
Әгәр ҙә йорт-маҙар ҡыйығында ҡар өйөмдәре бына-бына ишеләм йәки оло боҙ бармаҡтарын абайлаһағыҙ - бының турала 112 телефоны буйынса шылтыратып әйтергә кәрәк. Шулай уҡ идарасы компанияға хәбәр итергә мөмкин.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bo-barma-tarinan-a-buli-i-31729/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"