Ҡурсаулыҡҡа белемле экскурсоводтар етмәүе элек-электән хәл ителмәгән мәсъәлә булып ҡала килде. Ошоно күҙ уңында тотоп, Ғәҙелгәрәй һәм Ырғыҙлы урта мәктәбе уҡыусылары өсөн “Йәш экскурсоводтар мәктәбе” исеме аҫтында махсус түңәрәк булдырылған.
“Беҙ балаларға “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостары хаҡында һөйләп, уларҙа һүрәтләнгән хәл-ваҡиғалар менән урындағы топонимикалар араһында параллелдәр үткәрҙек. Уҡыусыларҙың ҡайһы берҙәре эпостар менән яҡшы таныш булһа, ҡайһы берҙәре беҙ ҡағыҙға сығартып алған әҫәрҙәрҙе уҡырға алып ҡалды. Буласаҡ экскурсоводтарҙың ҡыҙыҡһыныусан, белемгә ынтылыусан булыуы, һорауҙар биреүе ҡыуандыра”, – ти “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы хеҙмәткәре Ләлә Хәйбуллина.
Башҡорт халыҡ ижадын өйрәнеүҙән тыш, уҡыусылар туристар менән аралашыу үҙенсәлектәренә төшөнә, дикцияһы өҫтөндә лә эшләй.
Матур башланғыс тиҙҙән мул уңыш бирер тип өмөт итәйек.