Новости
15 Декабрь 2019, 06:50

12 кешене ҡотҡарып өлгөрәләр, әммә...

Республикала бер тәүлек эсендә янғында ике кеше һәләк булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Бөрө районының Бахтыбай ауылында ағас йорт янып юҡҡа сыға. Конструкцияларҙы һүткән ваҡытта 50 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһе табыла.

“Ҡыҙыл әтәс” менән бәйле йәнә бер аяныслы ваҡиға иртәнсәк Туймазы районының Ҡандра ҡасабаһында теркәлә. Янғын сыҡҡан ике ҡатлы күп фатирлы йорттан ҡотҡарыусылар баҫҡыс буйлап 12 кешене эвакуациялап өлгөрә. Янғынды ауыҙлыҡлағас, 79 йәшлек ир кешенең мәйете табыла.
Янғын сығыу сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү эштәре бара.
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Читайте нас