Новости
14 Декабрь 2019, 07:05

Тағы ла юл ҡазаһы

Дүртөйлө районында трассала еңел автомобиль һәм йөк машинаһы бәрелешкән. ВАЗ машинаһында ултырған ике пассажир ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Улар реанимация бүлегендә, тип хәбәр итә автоинспекторҙар.

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда 7 авария булған, 8 кеше имгәнгән. Ҡатмарлы һауа шарттарына бәйле, юл полицияһы водителдәрҙе лә, йәйәүлеләрҙе лә иғтибарлы булырға, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡыра.
Читайте нас