Новости
14 Декабрь 2019, 03:37

Радий Хәбиров балаларҙы ағыулаусыларға 24 сәғәт ваҡыт бирҙе...

Стәрлетамаҡ ҡалаһында “снюс”тан 11 йәшлек уҡыусының ағыуланғаны тураһында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Был ваҡиғаға ҡарата Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙ һүҙен әйтте.

Унда никотин тәмәкегә ҡарағанда ла күп, бала организмы ѳсѳн бик хәүефле. Ил буйынса кѳн һайын уҡыусыларҙың кѳслѳ ағыуланыуы тураһында мәғлүмәт килә, хатта үлемесле осраҡтар ҙа булды. Закон кѳсѳнә ингәнсе, балаларыбыҙҙы башҡа һѳҙѳмтәле ысулдар менән һаҡлау тураһында уйлайыҡ. Магазин хужаларына был ағыуҙы кәштәләренән алырға24 сәғәт бирәм. Кем аңламаған – икенсе тѳрлѳ һѳйләшәсәкбеҙ", - тип яҙҙы Радий Фәрит улы Бәйләнештәсоциаль селтәрендәге диуарында.
Һуңғы кѳндәрҙә балаларҙың cнюс” менән йәки таблетка, һағыҙ ҡулланыпағыуланғанына бәйле ваҡиға бѳтә ата-әсәләрҙе аяҡҡа баҫтырҙы. Был осраҡтареспублика етәксеһенең хужаларса ҡаты һүҙен әйтеүе йәмәғәтселекте бер аҙ тынысландырғандыр.
Фото: Радий Хәбировтың “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге диуарынан.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас