Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
14 Декабрь 2019, 06:30
Лужковтың ҡатыны хәрәкәтһеҙ ҡалған
Ҡайғы ишле йөрөй, тиеүҙәре дөрөҫ күрәһең. Оҙаҡ йылдар Мәскәү мэры булып эшләгән Юрий Лужковтың үлеме хаҡында ишеткәс, ҡатыны хәрәкәтһеҙ ҡалған, һөйләшә лә алмай, тип хәбәр итә үҙәк сығанаҡтар.
Билдәләнеүенсә, Лужков Германияла йөрәгенә операциянан һуң вафат булды. Табиптар уның уңышлы үтәсәген, бер ниндәй хәүеф янамауын белдергән. Күрәһең, яҡшыға өмөтләнгән ханым көтөлмәгән ҡайғыны күтәрә алмаған.
Лужков менән Батурина 1991 йылда никахтарын рәсмиләштерә. 1992 йылда уларҙың өлкән ҡыҙҙары Елена тыуа, ә ике йылдан һуң Ольга донъяға килә. Ҡыҙҙар икеһе лә юғары белемде Бөйөк Британияла алған.
Юрий Лужковты бөгөн Мәскәүҙә ерләнеләр.
Фото: 123ru.net
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Lugkovti--atini-h-r-k-t-e--al-an-36967/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"