Новости
14 Декабрь 2019, 11:15

Эштән ваҡытында ҡайтмаған...

Туймазы ҡалаһында микрофинанс ойошмаһында эшләгән 28 йәшлек ҡыҙ клиенттар көтөп, эштә тотҡарланған. Һәм кеше аяғы тымғас, ойошмаға бысаҡ тотҡан ир килеп инеп, аҡса талап иткән.

Ҡыҙҙың бәхетенән, тап шул мәлдә бер кеше эш хаҡына тиклем бурысҡа аҡса алырға ингән. Талаусы иғтибарын уға йүнәлткән арала, ҡыҙ сейфтан 30 мең һум аҡсаны алып, өҫтәлгә һалған...
Аҡсаны алып ҡасҡан талаусыны полиция хеҙмәткәрҙәре барыбер эҙләп тапҡан, ҡулға алған. Аҡсаларҙы туҙҙырырға ла өлгөргән ул. Ә талаусынан ныҡ ҡурҡҡан ҡыҙ хәҙер психологҡа дауаланырға йөрөй.
Фото: Интернеттан.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Esht-n-va-itinda-aytma-an-34746/
Читайте нас