Новости
14 Декабрь 2019, 14:05

Артур ниңә үҙ-үҙенә ҡул һалған?

Ҡурҡыныс яңылыҡ республиканың Әбйәлил районынан килде. Асҡар ауылында йәшәгән 32 йәшлек Артур Ғаррапов үҙ-үҙенә ҡул һалған. Йәш ир район үҙәк дауаханаһының амбулатория-поликлиника хеҙмәте буйынса баш табип урынбаҫары булып эшләгән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул 11 декабрҙә аҫылынған. Артурҙың ҡатыны һәм ике бәләкәй балаһы ҡалғаны билдәле. Әлеге мәлдә уның туғандары һәм яҡындары шок хәлендә, уның ни өсөн был аҙымға барғанын аңлай алмайҙар.
– Үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙың сәбәбе нимәлә булыуын күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Ул ныҡ итеп ғаиләһен ярата, ҡатыны менән мөхәббәттә ике бала үҫтерә ине, – ти уның апаһы Дилбәр. – Уның был донъянан китеүе тураһындағы хәбәрҙе ишетеү менән юлға сыҡтыҡ, уны авария-фәләндә үлгәндер тип уйлағайныҡ.
Артур Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алғандан һуң, тыуған яғына эшкә ҡайта. 2012 йылдан Үҙәк район дауаханаһында эш башлаған була. Уны бөтәһе лә үҙ эшенең оҫтаһы тип телгә ала. Ата-әсәһе лә билдәле табиптар икән.
– Уның кеүек табиптар районыбыҙ өсөн бик ҙур табыш ине. Артур Фәнил улы һәр беребеҙҙең яратҡан хеҙмәттәше булды. Ул яҡшы табип ине, – ти уның тураһында хеҙмәттәштәре.
Ғәҙәттә, ошондай хәл булһа, ғаиләһенән йәки эшенән күрәләр. Тик Ғарраповтар ғаиләһен белгән бөтә кеше лә уларҙың бик татыу, яраташып ғүмер итеүен билдәләй. Социаль селтәрҙәр аша ла ирле-ҡатынлының йылы мөнөсәбәттә булыуы күренеп тора. Эшендә лә ихтирам ҡаҙанған табиптың барыһы ла яҡшы булған, тиҙәр.
Әлегә һорауҙар күп, яуаптар юҡ. Бөгөн уны ерләгәндәр. Беҙ ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Автор: Альфия Мингалиеваhttps://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Artur-ni----en--ul-al-an-39002/
Читайте нас